Занзибарҙағы биш йондоҙло TUI Blue Bahari отелендә Мәскәү ваҡыты менән төнгө сәғәт өсөнсө яртыла янғын сыҡҡан. Туристар араһында Башҡортостан кешеләре булыуы ла асыҡланған. Бөтәһе лә ҡот осҡос ут ҡамауынан сығырға өлгөргән, тик ҡайһы бер әйберҙәрҙе ҡотҡара алмағандар.
Шаһиттарҙың әйтеүенсә, ҡунаҡханаларҙың береһе тулыһынса янып бөткән һәм емерелгән, икенсеһе өлөшләтә зыян күргән. Хәҙер Рәсәй туристарын башҡа отелдәргә күсерәләр. Был отель Занзибарҙың төньяҡ-көнсығышындағы яр буйында, Кивенгва пляжынан алыҫ булмаған Пвани-Мчангани ауылында урынлашҡан. Отелдең номер фонды 157 бүлмәнән тора. Бик ҡиммәтле отель, биләмәһенән Һинд океанына матур күренеш асыла, тиҙәр.