Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Ғинуар 2021, 14:26

Салауат Мөхәмәтйәновты күрмәнегеҙме?

“Уның мейе һөйәгенең яртыһы юҡ, урынына титан протез ҡуйылған, - ти туғандары. - Ҡаҙаҡтарға хеҙмәт итеп йөрөүе ихтимал..."

Әбйәлил районы Әбйәлил ауылынан 36 йәшлек Салауат Мөхәмәтйәнов былтыр 3 ноябрҙә хәбәрһеҙ юғала. Уның туғандары инде ике ай үҙаллы эҙләй, әммә бер һөҙөмтәгә лә өлгәшә алмай. Полицияға һәм ирекмәндәргә әйтеү ҙә файҙа бирмәй, шуға күрә улар, эҙләүҙә ярҙам итеүҙәрен һорап, республика һәм күрше өлкә халҡына мөрәжәғәт итә.
Салауаттың туғаны һүҙҙәренсә, былтыр 4 ноябрҙә егетте Магнитогорск вокзалында күргәндәр. Яҡындары уны Ҡаҙағстанға эшкә алып киткәндәрҙер тип фаразлай, сөнки һуңғы тапҡыр ҡиәфәте ҡаҙаҡҡа оҡшаған егет менән бергә йөрөгәнен күргәндәр.
“Туғаныбыҙҙы ҡаҙаҡ фермерҙарында эҙләргә кәрәк, тип уйлайым. Магнитогорск вокзалында уны ҡаҙаҡҡа оҡшаған егеттең алып киткәнен күргәндәр. Унан алда Силәбе өлкәһе Верхнеуральск районында Жарасхан тигән кешелә эшләгән. Әммә унда Салауат юҡ, шылтыратып һораштыҡ. Агапов, Верхнеуральск йәки Ҡыҙыл райондарындалыр тип уйлайым”, – тигән Салауаттың ҡыҙ туғаны.
Уның билдәләүенсә, быға тиклем егет, туғандары борсолмаһын өсөн, ҡайҙа эшләгәнен белдереп, иҫкәртеп шылтыратыр булған. Был юлы иһә бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ. Хәлде тағы ла бер осраҡ ауырлаштыра: 2011 йылда Түбәнге Тагилда вахтала булған саҡта Салауатты ныҡ итеп туҡмағандар, шундағы ауыр йәрәхәте һөҙөмтәһендә хәтерен дә юғалтыуы, аҙашыуы ихтимал.
“Уның мейе һөйәгенең яртыһы юҡ, урынына титан протез ҡуйылған, – ти туғаны. – Ҡайһы ваҡытта йүнәлеште лә юғалта. Берәй ерҙә туңып ятмаһа ярар ине. Ауыр йәрәхәте өсөн уға ауыр эш башҡарыуҙы тыябыҙ, барыбер ҡасып, кемгәлер ялланып эшләргә тырыша. Ул бик ышаныусан, уртаҡ телде тиҙ табыусан, һәр кем менән дуҫлашып китә ала”.
Салауат атаһы, ҡатыны һәм ике балаһы менән йәшәгән. Яҡындары уның өсөн ныҡ ҡайғыра, ҡайтыр тип өмөтләнә.
Билдәләре: буйы – 175 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һарғылт сәсле, ҡуңыр күҙле. Үҙенә генә хас билдәләре: бер аяғы сатанлай, сикәһенән ҡолағынаса дуғаланып торған яра эҙе бар.
Салауат Мөхәмәтйәновтың ҡайҙа булғанын белһәгеҙ йәки күрһәгеҙ, 8 908-053-31-26, 8 967-869-87-33 йәки 102 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото "Бәйләнештә"ге ирекмәндәр төркөмөнән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: