Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Ғинуар 2021, 17:43

Әбейҙе бәрҙерә лә ҡайтып йәшенә...

Ауыр йөк машинаһы еңел автомобилде эшлектән сығара. Ә водитель менән ике пассажиры...

Һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе республика юлдарында боҙлауыҡ барлыҡҡа килтерҙе, һөҙөмтәлә авариялар ҙа бермә-бер артты.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә көндөҙ Благовещен ҡалаһында "Форд Фокус" автомобиленә идара иткән водитель 82 йәшлек ҡатынды бәрҙерә һәм, бер ни булмағандай, юлын артабан дауам итә. Был хәл видеокүҙәтеү камераһына эләккән.
Ғәйепләнеүсе ошо ҡалала йәшәгән 45 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ул үҙенең машинаһын күрше ихатала ҡалдырған һәм фатирында йәшенгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алғанда ирҙең иҫерек булыуы асыҡланған. Хәҙер уға ҡылғаны өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Ауырғазы районыныда ҡот осҡос авария теркәлгән. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Өфө - Ырымбур трассаһының 71-се километрында «Nissan Almerа» автомобилендәге 56 йәшлек водитель эргәһендә барған «Scania» ауыр йөк машинаһына бәрелгән. Һөҙөмтәлә эшлектән сыҡҡан еңел автомобиль водителе һәм уның ике пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Әбйәлил районының Красная Башкирия - Покровка араһындағы юл-транспорт ваҡиғаһында ике кеше зыян күрә, улар ҙа дауаханаға оҙатыла. Ә бына Хәйбулла районының Бүребай ауылында йәшәгән ир авариянан имен ҡотола алмай - ғүмере өҙөлә.
Ведомство даими иҫкәртә: юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Бигерәк тә көндәр бер аҙ боҙолоп торғанда һәр кемгә - водителдәргә лә, йәйәүлеләргә лә айырыуса иғтибарлы булыу талап ителә.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: