Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Ғинуар 2021, 14:52

Артур табылған, тик...

19 йәшлек егет 18 декабрҙә хәбәрһеҙ юғалғайны.

19 йәшлек Артур Садыҡовтың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек, әле уның үле кәүҙәһе табылыуы хаҡында мәғлүмәт билдәле булды. Был хаҡта "Отклик" эҙләү отряды ирекмәндәре хәбәр итә. Йәш егеттең кәүҙәһе ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа табылыуына бәйле аныҡ мәғлүмәт әлегә бирелмәне. Шулай уҡ Артурҙың үлеме хаҡындағы хәбәрҙе туғаны ла раҫлай, әммә ауыр эмоциональ хәлгә бәйләп, ниндәйҙер комментарийҙар биреүҙән баш тартҡан.
Билдәле булыуынса, Артур Садыҡов 18 декабрь көнө Ишембай ҡалаһында иптәштәре менән ҡуртымға алған фатирҙан сыҡҡандан һуң, ғаиләһе һәм дуҫтары менән бәйләнешкә сыҡмай. Документтарын һәм телефонын өйҙә ҡалдырған. Егет юғалыу менән полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй башлай, күҙәтеү камераһындағы видеояҙмалар алына. Һуңғы тапҡыр уны Стәрлетамаҡтан Красноусольскийға барған автобуста күргәндәр.
Артурҙың туғандары һәм ирекмәндәр һуңғы көнгә тиклем уның тере булыуына өмөтләнеп эҙләне, үкенескә ҡаршы, өмөттәр аҡланманы шул.
Артур Садыҡовтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ теләйбеҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: