Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында йәшәгән ҡатын быйылғы йыл башланыу менән ике тапҡыр юғалып, табылырға өлгөргән. Баҡһаң, уның психик сирҙәре бар икән.
Был осраҡ тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте белдерә. Ҡотҡарыусыларға ҡатындың ғәйеп булыуы тураһындағы сигнал тәүге тапҡыр 1 ғинуарҙа килә. Ул саҡта уның юл буйында яңғыҙы китеп барғанын автомобилселәр күреп ҡала.3 ғинуарҙа кис менән ғәйеп булған ҡатынды туғандарында табалар.
Ә 4 ғинуарҙа таң менән ул йәнә юғала. Туғандарына әйтеп тормай өйөнән сығып китә. Яҡындары йәнә ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә. Был юлы ла эҙләү уңышлы тамамлана: 5 ғинуарҙа ул үҙе өйөнә ҡайтып етә.
Әйткәндәй, үҙ ауылынан туғандарының ауылына тиклемге ара 25 километр. Ул араны йәйәүләп үткән. Хәҙер яҡындары уны ныҡлап күҙәтә һәм яңғыҙын өйҙән сығарып ебәрмәҫкә тырыша.