Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар 2021, 11:52

Урланған шыршы яҡындарына шатлыҡ килтергәнме?

Бындай хәл Аҡъяр мәктәптәренең береһен дә лә теркәлгән. Ә Октябрьскийҙағы енәйәт осрағы камераға эләккән.

Октябрьский ҡалаһы паркында үҫкән шыршыны кемдер ҡырҡып алып киткән. Был енәйәт осрағы төшөрөлгән фото “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмгә эләккән. Камера кадрҙарында енәйәттең ваҡыты ла күренә: үткән йылдың 30 декабре.
Ир енәйәт юлы менән яҡындарын һөйөндөрөргә, байрам ҡаршыларға теләгәндер. Ләкин уның был ҡылығы халыҡтың һарыуын ҡайнатҡан. Паркты йәмләгән һылыуҡайҙы урлаған әҙәмде эҙләп табыуҙы талап иткәндәр араһында Анна Басирова ла бар.
"Был бит беҙҙең шыршыҡай. Ниндәй хәлдә лә, уны ҡырҡмай һаҡларға тырыштыҡ. Тракторсыларҙы киҫәтеп кенә торҙоҡ, шыршыға тейеп, зарарлап ҡуймағыҙ, тип... Нығынып үҫеп китһен өсөн күпме көс һалдыҡ!" - ти ҡатын, асыуынан ни эшләргә белмәй.
Анна енәйәтсегә яза биреүҙе талап итә, үҙ иҫәбенә йәнә ошондай биш шыршы ултыртырға ниәтләй. Ҡырҡылған ҡупшыҡай эргәһенә кесе ҡыҙы менән йыш барып йөрөүҙәре тураһында яҙа. Тәбиғәткә битараф булмаған ҡала кешеләре полицияға мөрәжәғәт иткән, тип белдерә урындағы мәғлүмәт саралары.
Фото: vk.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: