Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар 2021, 11:34

Машина боҙ аҫтына төшөп киткән...

Хәл Баймаҡ районында теркәлгән

Яңы йыл каникулдарының күңелһеҙ ваҡиғалары дауам итә: республикала бер юлы ике машина боҙ аҫтына төшөп киткән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге осраҡ Баймаҡ районында теркәлгән. Юлдағы авария эҙемтәһендә машина юлдан ситкә китеп, йылғалағы боҙ аҫтына киткән. Бәхеткә күрә, водитель үҙаллы сығып өлгөргән. "Тимер ат"ты ҡотҡарыусыларға һөйрәтеп сығарырға тура килгән.
Икенсе осраҡ Салауат районының Лаҡлы ауылында теркәлгән. Бында ла авария эҙемтәһендә машина Әй йылғаһына барып төшкән. Мөғжизә менән барыһы ла иҫән-һау ҡалған, алғы яғы батҡан автомобилде бәләгә тарығандар үҙҙәре һөйрәтеп сығарған.
Быйылғы ҡышта көндәрҙең йылы тороуы, ҡарҙың аҙ булыуы сәбәпле, йылға-күлдәрҙә боҙ ҡалын түгел. Шуға күрә һәр кемгә ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Оҙон булһа ла, юл яҡшы тигәнде хәтерҙән сығармайынса, боҙ аша тура йөрөргә тырышмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Яңы йыл ялдары тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торһон!
Фото: hyser.com.ua
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: