Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар 2021, 11:59

Иҫке машина ғүмерен өҙҙө...

Ейәнсура районынан аяныслы хәбәр килде: 37 йәшлек вахтасы һәләк булған.

Яңы йыл төнөнөң фажиғәле ваҡиғалары хаҡында билдәле була башланы: йәнә бер аяныслы ваҡиға Ейәнсура районында теркәлгән.
Ауылда йәшәгән берәү үҙенең иҫке УАЗ машинаһын тау үрендә ҡалдырып киткән. Бер аҙ ваҡыттан техника түбәнгә төшә башлаған. Быны күреп ҡалып, вахтанан ҡайтҡан ир туҡтатырға теләгән. Һөҙөмтәлә ул машина менән ағас араһына ҡыҫылған. 37 йәшлек ирҙең ғүмере, аҡ халатлылар килеп еткәнсе, ваҡиға урынында өҙөлгән.
Һәр урында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаһаҡ ине, яңылыш яһалған бер аҙым ғүмерлек ғазапҡа әүерелмәһен.
Фото: ovu.com.ua
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: