Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Ғинуар 2021, 12:47

"Үҙе - йәш атай, ете айлыҡ ҡыҙы бар"

Яңы йыл кисендә күрше бинала ҡуйы төтөн сығыуын абайлап ҡалып, шунда уҡ ярҙамға ташлана. Һөҙөмтәлә...

Ағиҙел ҡалаһынан йәш суд приставы Илгиз Рафиҡов Яңы йыл кисендә күрше административ бинала ҡуйы төтөн сығыуын абайлап ҡала һәм шунда уҡ ярҙамға ашыға: етәксеһен иҫкәртә, янғын һүндереүселәрҙе саҡыра.
Үҙенә бер нисә мәртәбә ут ялмап алған йорттан кешеләрҙе сығарырға тура килә. Хеҙмәт урынын ташлап китергә мәжбүр булған ҡатын-ҡыҙға шәхси автомобилен биреп тора.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә, шәхси стоматология кабинеты янып өлгөрә. Ошонда уҡ бөҙрәхана, юридик ярҙам консультацияһы һәм башҡа ойошмалар урынлашҡан була. Бәхеткә күрә, зыян күргәндәр юҡ.
"Батыр йөрәкле Илгиз Рафиҡов суд приставы хеҙмәтендә ике йыл эшләй. Әрме хеҙмәтендә булған, шулай уҡ футбол буйынса I разрядҡа эйә. Йәш атай, уның ете айлыҡ ҡыҙы бар", - ти уның хаҡында хеҙмәттәштәре.
Әле ут менән айырыуса иғтибарлы булыу талап ителә. Шыршыға эленгән гирляндалар булһынмы, йылытыу приборҙармы, телевизор, компьютерҙармы - барыһын да оҙаҡ ваҡытҡа һүндермәй ҡалдырмағыҙ. Һәр ерҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Байрам көндәре фажиғәһеҙ үтһен.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: