Ошо көндәрҙә ике дуҫтың һунары бик аяныслы тамамланған. Әбйәлил районының бер ауылынан дүрт саҡрымдар тирәһендәге урман һыҙатына һунарға барған бер дуҫ икенсеһенә яңылыш атып ебәрә. Ҡаза күреүсе ирҙең - Магнитогорскиҙың бер шәхси фирманың директорының эсе яралана, уны дауаханаға илтәләр.
Фажиғә урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, тикшереү башлаған. Баҡтиһәң, ике дуҫ эшҡыуар Силәбе өлкәһенән һунарға килгән икән. Әммә ҡыр йәнлектәренә һунар итеп тә өлгөрмәйҙәр, 52 йәшлек ир мылтығын йәҙрәләгәндә, һаҡһыҙ ҡыланып, машина янында торған дуҫына яңылыш атып ебәрә һәм ныҡ ҡына яралай. Ярай әле ир кеше иҫән ҡала. Юғиһә һунар иткәндә бергә килгән дуҫ-ишен үлемесле яралау осраҡтары ла булғылай бит.
Һәр ерҙә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен онотмау мөһим шул. Бына был осраҡта ла ял итергә килгән эшҡыуарҙарҙың һунары, башланып та өлгөрмәҫтән, күңелһеҙ тамамланған.