Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Декабрь 2020, 00:28

Тимер ултырғыс менән туҡмап үлтергән

Ҡәбәхәттәрҙең береһенә ни бары 18 генә йәш. Асыҡланыуынса...

Ике ҡәбәхәт танышын вәхшиҙәрсә язалап үлтергән.
Уларҙың береһенә ни бары 18 йәш, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Икенсеһе – Өфөнән, 29 йәшлек.
Республика буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, барыһы ла бынан бер йыл элек, 22 декабрҙә булған.
Дүрт ир Стәрлетамаҡта, Дуҫлыҡ урамындағы фатирҙарҙың береһендә кәйеф-сафа ҡорған, алкоголле эсемлектәр ҡулланғандар.
Иҫереп алғас, 37 йәшлек торлаҡ хужаһы һәм 27 йәшлек ир араһында бәхәс сыҡҡан. Тиҙҙән ул һуғышҡа әүерелгән.
Ғәйепләнеүселәр иһә ирҙәргә ташланған, тимер ултырғыс менән баштарына һуҡҡандар, ҡулдарын ҡайырып, вәхшиҙәрсә туҡмарға тотонғандар.
Фатир хужаһы алған тән яраларынан урында уҡ йән биргән, ә икенсеһе осраҡлы рәүештә тере ҡалған, сөнки фатирҙағы тауышҡа башҡа кешеләр килгән, улар енәйәтселәрҙең иғтибарын йәлеп итә алған.
Был икәү фатирҙан ҡасып киткән, әммә улар оҙаҡ йәшенеп йөрөй алмаған – хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тиҙ генә эҙҙәренә төшкән.
Тәфтиш комитеты енәйәт эшен республиканың Юғары судына ебәргән, ике ҡәбәхәт тә тейешле язаһын аласаҡ.
Фото: panram.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: