Өфө районында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тотҡан водитель протоколды ашаған. Был күренеш патруль машинаһындағы видеорегистраторға эләккән.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй. ЮХХДИ инспекторҙары Марсель Ҡулғулдин менән Айрат Саяпов ошондай иҫкәртеү рейды барышында булған был хәлде тиҙ генә онотмаҫ инде. Улар оҙаҡ йылдар эшләй, әммә ундай водителде күргәне булмаған.
Туҡтатылған автомобилдең водителе эскән булған. Етмәһә, документтары ла юҡ икән. Алкотестерҙан һәм документтарға ҡул ҡуйыуҙан баш тарта, һуңынан протоколды ла ашап ҡуя. Ул был йәһәттән шул тиклем йылғыр булып сыға, хатта инспекторҙар ҙа туҡтатып өлгөрмәй.
Видеояҙмала күренеүенсә, ир уңайлы ваҡытты көтөп ултыра ла, инспектор Ҡулғулдин автомобилдән ситкә киткән саҡта, ҡағыҙҙы тиҙ генә йомарлап ауыҙына тыға. Хатта автомобилдең ишектәрен бикләй. Инспектор Саяповтан документты тартып алыр алдынан, камера объективын үҙенән ситкә бора.
Шулай булһа ла, ул яуаплылыҡтан ҡаса алмаясаҡ. Документһыҙ автомобилдә йөрөгәне, медицина тикшереүе үтергә баш тартҡаны өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Уға водитель танытмаһынан мәхрүм итеү һәм 30 мең һум күләмендә штраф янай.