7 декабрь кисендә Өфөнөң Дим районында бәлиғ булмаған ҡыҙ ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Ухтомский урамынан китеп барған Volkswagen Golf автомобиленең 39 йәшлек водителе, күрмәйенсә, парковкаға борола башлаған «ВАЗ-2107» машинаһына бәрелгән.