Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Декабрь 2020, 21:48

Бүре ҡоторған булған...

Ауылда ҡотороу буйынса карантин иғлан ителде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Белорет районының Аҙнағол ауылында ҡотороу буйынса карантин иғлан ителде. Ошо хаҡта указ Башлыҡтың рәсми хоҡуҡ мәғлүмәте порталында баҫылды.
Документта күрһәтелеүенсә, 30 ноябрҙән урындағы фермерҙың хужалығында сикләү сараһы урынлаштырылған. Карантин биләмәһендә эт һәм бесәй күргәҙмәһе, өйрәтеү, үрсетеү, йорт хайуандарын һатыу, сығарыу, ҡырағай хайуандарҙы аулау тыйыла.
Алдан яҙыуыбыҙса, 8 ноябрҙә кис бүре фермерҙың ихатаһына инеп, хужаға һәм этенә, эргәһенән үтеп барған ҡатынға һөжүм итә. Улар өйҙәренә инеп ҡаса. Ауыл буйлап киткән йыртҡыс бер ни тиклем ваҡыт үткәс, 44 йәшлек ҡатынғы һәм уның танышына ташлана. Ваҡиға урынына саҡырылған полиция участковыйы Азат Ғәлимов йыртҡысты атып үлтерә. Ҡатынға тиҙ ярҙам саҡырыла. Табиптар тән яралары, тешләнеүе һәм күҙенә йәрәхәт алыуын теркәй.
Ҡурҡыуҙы юғалтып, ауыл буйлап йөрөгән бүре ҡотороу сире менән ауырыған булған. Ветеринар белгестәр алған патологик материалдарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә “ҡотороу” диагнозы ҡуйыла. Ауырыу хайуан менән бәйләнешкә ингән кешеләр медицина ярҙамы ала, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Ветеринария идаралығынан.
Ҡотороу сиренең артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, Белорет ветеринария хеҙмәте түбәндәге сараларҙы күргән: бүренең һәм эттең кәүҙәһен яҡҡандар, хәүеф зонаһына эләккән хайуандар ветеринар белгестәр күҙәтеүе аҫтында, халыҡҡа был ауырыуҙың ҡурҡыныс булыуы хаҡында аңлатыу эше уҙғарылған, ауырыу бүре йөрөгән урындар зарарһыҙландырылған, ауырыу тарылыуын иҫкәртеү маҡсатында эпозоотологик тикшереү ойошторолған, хәүеф зонаһы сиктәре билдәләнгән.
Фото: “Башинформ” сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-re-otor-an-bul-an-574464/
Читайте нас: