Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Ноябрь 2020, 14:04

Мунсаларҙан көл-күмер ҡалған...

Хужалары әйтеүенсә, мунса комплексы 14 бүлмәнән торған.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ырымбур тракты урамында урынлашҡан мунса комплексында янғын сыҡҡан, тип хәбәр итә республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Мунса хужалары социаль селтәрҙәрҙә әйтеүенсә, рус мунсаһының иң яҡшы өлгөләре буйынса йыһазландырылған комплекс 14 бүлмәнән торған. Ут 196 квадрат метр майҙанды ялмаған, бихисап техника уны һүндерергә килгән.
Бәхеткә күрә, кешеләр араһында бәлә-ҡаза күреүсе булмаған. Ә бына мунса тулыһынса янып бөткән, утты һүндереп, конструкцияларҙы һүтеп ташларға тура килгән.
Хәҙер инде янғындың ни сәбәптән сығыуын асыҡларға ҡала. Бының менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә.
Фото utv.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: