Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Ноябрь 2020, 21:35

Машинаһы табылған, ә үҙе юҡ...

Белорет районында юғалған Әлфиә Дауытованың автомобиле Силәбе өлкәһенең Верхнеуральск ҡалаһында табылған.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Белорет районында 42 йәшлек Әлфиә Дауытова хәбәрһеҙ юғалғайны. Ул 18 ноябрҙә үҙе йәшәгән Абҙаҡ ауылынан автомобилендә сығып китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Был хаҡта "Лиза Алерт. Башҡортостан" ҡотҡарыу-эҙләү отряды хәбәр итте. Ошоға тиклем Әлфиә хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәттәр булманы.
Әле ҡатындың автомобиле йортонан 90 километр алыҫлыҡта - Силәбе өлкәһенең Верхнеуральск ҡалаһында табылған. Сағыу төҫтәге машинаға урындағы йәшәүселәрҙең береһе иғтибар итә һәм дәүләт номерын алдан иғлан ителгән мәғләүмәттәр менән сағыштырып, улар тап килгәс, ирекмәндәргә шылтырата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әлфиә Дауытованың ҡайҙалығы хаҡында әлегә бер ниндәй ҙә яңылыҡтар юҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Әлфиә был көндө көләпәрәле асыҡ төҫтәге йәшел куртка, һоро бәйләнгән шапка, һоро салбар һәм аҡ ботинка кейеүе билдәле. Уның хаҡында ниндәй ҙә мәғлүмәт белһәгеҙ, полиция бүлегенә шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: