Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Ноябрь 2020, 23:28

Илнур табылған, тик...

Өфөлә бер нисә аҙна дауамында 31 йәшлек Илнур Ғариповты эҙләнеләр. Бөгөн иһә ҡыҙғаныс хәбәр килде...

Өфөлә бер нисә аҙна дауамында хәбәрһеҙ юғалған 31 йәшлек Илнур Ғариповты эҙләнеләр. Уның әсәһе һәм яҡындары ныҡ хәүефләнә ине.
Һәм бына бөгөн ҡыҙғаныс яңылыҡ билдәле булды. Илнур табылған, тик үлгән килеш... Был турала “Лиза Алерт” эҙәрмәндәр төркөмө хәбәр итә.
Егетте полиция, ирекмәндәр һәм туғандары эҙләне. Яҡындары уның табылырына, барыһы ла яҡшы тамамланырына өмөтләнә ине. Тик мөғжизә булманы. Илнурҙың апаһы социаль селтәрҙәрҙә ҡайғыһы менән уртаҡлашты. “Был ҡот осҡос юғалтыуҙы ҡабул итә алмайбыҙ. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, сикһеҙ ҡайғырабыҙ”, – тип яҙҙы ул.
Егеттең нисек үлгәне тураһында әлегә хәбәр ителмәй. Ҡайһы бер сығанаҡтар иһә, ул был донъянан үҙ теләге менән киткән, кәүҙәһе урманда табылған, тип хәбәр итә.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: