Күптән түгел Ғафури районының Табын ауылындағы “Ҡояшҡай” ауыл хужалығы кооперативының тиҫтәләгән һарығын бүреләр тамаҡлаған.
Хужалыҡ етәксеһе Алиян Московтың белдереүенсә, яңы ғына яуған ҡар өҫтөндә йыртҡыстарҙың ҡанлы эҙҙәре ҡалған. Шулай итеп, әллә күпме зыян килтерелгән.
Еңел табыш эҙләгән бүреләрҙең ҡотороу сире менән ауырыуы ла ихтимал бит. Әйткәндәй, былтыр яҡынса ошо уҡ ваҡытта Архангел районының Валентиновка ауылында ла был йыртҡыстар һарыҡтарға ташланғайны. Ҡыш ныҡлап башланмаған, ә асыҡҡан бүреләр һөжүм итә лә башланы. Малдарығыҙҙы һаҡлағыҙ, үҙегеҙ ҙә һаҡ булығыҙ.