Ә бына Туймазы районының Әгертамаҡ ауылындағы ғәҙәттән тыш хәл бәхетле тамамлана. Өҫән йылғаһы аша сығып барған эт боҙ аҫтына китә. Быны күргән кешеләр шунда уҡ ҡотҡарыусыларҙы саҡырта. Улар ҡотҡарыу таҡтаһы ярҙамында бисараны һыуҙан тартып сығара. Эт әллә ни зыян күрмәй.