Өфө ҡалаһында ҡот осҡос фажиғә була: 21 ҡатлы йорт эргәһендә бишенсе класс уҡыусыһының мәйете табыла. Бала тәҙрәнән ҡолап төшкәнме, һикергәнме, әллә башҡа сәбәпме - асыҡлана.
11 йәшлек малай әсәһе менән математика буйынса олимпиадалағы уңышһыҙлығы сәбәпле һүҙгә килешә. Асыуланып, фатирҙан йүгереп сыға, һәм бер аҙҙан уның кәүҙәһе йорт эргәһендә табыла. "Ашығыс ярҙам" табиптарына баланың үлемен теркәргә генә тура килә. Үлем осрағы буйынса хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Малайҙың бик зирәк булғанын билдәләйҙәр. Математика менән ихлас шөғөлләнгән. Аҡыллы, талантлы малай ине, тигән класташының ата-әсәһе.
Әле дистанцияла белем алған уҡыусылар аралашыуға мохтаж, күптәр бындай осраҡта үҙ-үҙенә бикләнә, ти белгестәр. Тимәк, ата-әсәгә балаларына ҡарата икеләтә иғтибарлы булыу мөһим.
Фото: ru.depositphotos.com