Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Ноябрь 2020, 00:49

Янып үлгән кешенең шәхесе асыҡлана

Утты ауыҙлыҡлағас, янған кәүҙә табыла.

Бөгөн таң менән 112 хеҙмәте телефонына Саҡмағош районының Саҡмағош ауылынан биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан ташландыҡ баҡса йортонда янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.
Шунда уҡ утты һүндерергә биш ҡотҡарыусы һәм ике махсус машина йүнәлә.
БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын таҡтанан эшләнгән 3х6 майҙандағы баҡса йортон ялмап ала. Утты ауыҙлыҡлағас, ир кешенең янған кәүҙәһе табыла.
Янғын сығыуҙың сәбәптәре тикшерелә, һәләк булған кешенең шәхесе асыҡлана.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: