Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Ноябрь 2020, 00:38

Машина күперҙән ҡолаған

Уның 35 йәшлек водителе урында һәләк булған.

Үлемесле авария 16 ноябрҙә Һамар – Өфө – Силәбе трассаһында теркәлә. Благовар районында киске сәғәт 5-тә була ул.
Республиканың ЮХХДИ-һы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “ВАЗ-2107” автомобилендә китеп барған 35 йәшлек Күмертау ҡалаһы кешеһе Сәрмәсән йылғаһы аша һалынған күперҙән ҡолап төшә. Водитель “Ашығыс ярҙам” табиптары килеп еткәнсе вафат була.
Аварияның ни сәбәпле килеп сығыуы әлегә билдәле түгел. Урында эшләгән полиция һәм башҡа хеҙмәттәр быны асыҡларға тейеш.
Ҡышҡа ҡарай төбәктә һауа торошо насарлана. Был ваҡытта юлда йөрөүе хәүефлегә әйләнә. Боҙлауыҡ, ҡарлы ямғыр, томан хәлде ҡатмарлаштыра. Шуға күрә айырыуса һаҡ булырға, тейешле тиҙлекте арттырмаҫҡа һәм дистанция һаҡларға кәрәк.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в