Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Ноябрь 2020, 11:57

Боҙ аҫтына төшөп киткән

Асыҡланыуынса, ҡатын йылғаға төшөп киткәндән һуң, тырыша торғас, үҙаллы бер бәләкәй генә ныҡлы утраусыҡҡа сыға алған.

Белорет ҡалаһында бер ҡатын боҙ аҫтына төшөп киткән.
Хәл 18 ноябрҙә булған, был хаҡта республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хәбәр итә. Ҡатын янына ҡотҡарыусылар бик ваҡытлы барып еткән.
Асыҡланыуынса, ҡатын йылғаға төшөп киткәндән һуң, тырыша торғас, үҙаллы бер бәләкәй генә ныҡлы утраусыҡҡа сыға алған. Ҡотҡарыусылар килгәндә, ул йөҙөп йөрөгән боҙ өҫтөндә торған. Әйткәндәй, ярҙамды осраҡлы үткенселәр саҡырған.
Ҡотҡарыусылар ҡатын янына махсус таҡтала барып еткән һәм уны ярға алып сығып, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
"Боҙ өҫтөндә был ҡатын нимә эшләп йөрөгәндер – билдәһеҙ, әммә яҙмыш уға ысын мәғәнәһендә мөғжизә бүләк итеүе асыҡ. Ваҡыт саҡ ҡына күберәк үтһә, был ҡатын йә өшөп, йә һыу ағымына китеп һәләк булыр ине. Бындай хәлдә иҫән ҡалыу – ҙур бәхет", – тиҙәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре.
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: