Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Ноябрь 2020, 01:10

Бәлә яңғыҙ йөрөмәй тиҙәр...

Элекке көн ауылда ҡот осҡос фажиғә булғайны. Унан бер көн алда ғына...

Элекке көн Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында ҡот осҡос фажиғә булғайны. Унан бер көн алда ғына шунда уҡ йәнә бер үлем осрағы теркәлгән.
“КП-УФА” порталы хәбәр итеүенсә, таң менән ауыл кешеһе бер йорт янында йәнһеҙ кәүҙәгә тап була. Мәрхүмдең битендә күп кенә иҫке һыҙырылған яралар эҙе, һул аяғында ҡан һауған урындары булған.
Был 28 йәшлек егеттең нимәнән һәләк булғанын белер өсөн кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәрәләр. Тәфтишселәр осраҡты тикшереү менән шөғөлләнә.
Фото: photocentra.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: