Нефтекама ҡалаһында булған башҡа һыймаҫлыҡ енәйәт тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ике бер туған араһында низағ сығып, береһе икенсеһен үлтерә һәм башын ҡырҡып ала.
Ирҙәргә 31 һәм 32 йәш булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, енәйәтсе туғанының кәүҙәһен турап бөтөрөп, йәшерергә итә. Тик ҡайтып ингән атаһы быны күреп ҡала һәм полиция саҡырта.
Әле “КП-Өфө” баҫмаһы был ҡанлы тарихҡа бер ни тиклем асыҡлыҡ индергән. Баҡһаң, ағалы-ҡустылы аталары менән бергә йәшәгән булған. Тағы шуныһы билдәле: үлтерелгән ирҙең бәләкәй балаһы ҡалған. Ни өсөн улар бындай ҡот осҡос аҙымға барғандыр, әле билдәле түгел.
Был хәл буйынса республиканың Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан, тикшереү бара.