Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Ноябрь 2020, 11:42

"Улым ныҡ үҙгәрҙе, туғандары менән аралашҡыһы килмәне..."

Ай башында юғалған Илнур Ғариповҡа бәйле ҡайһы бер мәғлүмәттәр билдәле булды.

Өфөлә 31 йәшлек Илнур Ғариповты эҙләйҙәр, тип хәбәр иткәйнек. Егет тураһында ошоға тиклем бер йүнле хәбәр юҡ. Туғандары нимә уйларға белмәй аптырай.
Әле билдәле булыуынса, уның банк картаһын файҙаланып нимә һатып алғанын асыҡлағандар.
"Юғалырынан бер көн алда Илнур алкомаркеттағы камераға эләккән. Ә иртәгәһен иртәнге сәғәт унда автобуста йөрөгән, картаһын файҙаланып билет һатып алған. “Башавтотранс” автобусында булған, тик ҡайҙа киткәне билдәле түгел", – тигән Илнурҙың апаһы Лилиә. Ошонан башҡа бер ни ҙә билдәле түгел.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Илнур 1 ноябрҙә ғәйеп булды. Иван Якутов урамындағы өйөнән сығып таксиға ултырған, шунан һуң уны белгәндәр осратмаған. Һуңғы булып егетте бергә йәшәгән иптәше күргән. Ә әсәһе белдереүенсә, Илнур һуңғы ваҡытта ныҡ үҙгәргән, үҙенә бикләнгән, туғандары менән аралашҡыһы килмәгән.
Илнурҙың билдәләре: буйы 175 см, уң ҡулында яра эҙе бар. Уның ҡайҙалығы хаҡында мәғлүмәт белһәгеҙ, 8 996 580-06-53 телефонына хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: