Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Ноябрь 2020, 11:34

Ир кеше илай-илай мөрәжәғәт итте

Ауыл фермерын күҙ йәше түгергә мәжбүр иткән бәхетһеҙ осраҡ нимә менән тамамланған?

Күптән түгел Бүздәк районынан фермер Айҙар Кәлимуллиндың ике аты һәм бер ҡолоно юғала. Был хаҡта "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы ла хәбәр итә.
Эшҡыуар үҙе был хаҡта социаль селтәрҙә белдерә һәм мөрәжәғәтте таратыуҙы үтенә.
"Төндә беҙҙең ике атты һәм ҡолондо урланылар", - тип илай-илай әйткән һүҙҙәре йәшен тиҙлегендәй Интернетты ялмап ала. Бәхеткә күрә, фермерҙың урланған аттары Бәләбәй районында табыла. Был юлы Айҙар Кәлимуллин социаль селтәргә яңы видео һала, "бәхет бына шундай була ул!" тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре әле ат ҡараҡтарын эҙләй.
Фото: видеонан скриншот.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: