Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Ноябрь 2020, 12:07

Юғалған үҫмерҙәр табылған

Полиция хеҙмәткәрҙәре юғалған малайҙарҙы икенсе ҡалала табып ала.

Учалы балалар йортонда тәрбиәләнеүсе ике үҫмерҙең юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. 14 йәшлек Айнур Заһитов менән 15 йәшлек Данил Кондратьев 10 ноябрҙә эҙһеҙ юҡ була. Уларҙы эҙләүгә полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә ирекмәндәр ҙә йәлеп ителә.
Кисә Учалы районы хакимиәте ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе: ике үҫмер ҙә иҫән-һау табылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы Белорет ҡалаһының сауҙа үҙәктәренең береһендә табып ала.
Үҫмерҙәр ҡайҙа йүнәлгән булған? Ни өсөн? Әлегә билдәһеҙ. Уларҙы алып ҡайтыу өсөн балалар йорто хеҙмәткәрҙәре Белоретҡа юл тотҡан.
“Лиза Алерт. Башкортостан" фотоһы.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: