Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Ноябрь 2020, 15:23

Ололарҙы ла өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ

Сибай ҡалаһында йәшәгән оло йәштәге инәй баҙға ҡолап төшкән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, кисә "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтенә Сибай ҡалаһының шәхси йорттарының береһендә йәшәгән оло йәштәге инәйҙең баҙға ҡолап төшөүе хаҡында хәбәр килә. Был хаҡта зыян күреүсенең ҡыҙы белдерә.
82 йәшлек инәй ҡыҙы урамға сыҡҡан арала баҙ ҡапҡасын асып, унда төшөргә уйлай һәм түбән тәгәрәй. Ҡыҙы ҡайтып ингәс, әсәһенең юҡлығын күрә һәм уны баҙҙа таба. Тиҙ арала ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре килеп етә һәм инәйҙе альпинист ҡорамалдары ярҙамында өҫкә сығара.
"Ашығыс ярҙам" машинаһы ла ваҡытында килә: зыян күреүсе ниндәйҙер мөғжизә ярҙамында имгәнмәгән, тик ҡурҡыуынан ҡан баҫымы ғына күтәрелгән.
Ололарҙы һәм балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмағыҙ! Бәлә аяҡ аҫтында икәнлеген онотмайыҡ, һаҡланғанды һаҡлармын тигән бит Хоҙай ҙа.
Фото: Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: