Кисә Өфө ҡалаһында аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. 50 йәшлек "ПАЗ" автобусы водителе Орджоникидзе урамынан Вологда урамына боролғанда 17 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙерә. Зыян күргән ҡыҙ светофор буйлап йәйәүлеләргә рөхсәт ителгән урындан үтеп барған.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, студент ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Авария сәбәптәре тикшерелә.
Юлдарҙа тиҙлек режимын арттырмаҫҡа тип юл хеҙмәткәрҙәренең күпме иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, бигерәк тә пассажирҙар тейәгән автобустар, бер-береһен ҡыуышып, уҙышыуын дауам итә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!