Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Ноябрь 2020, 21:32

Ныҡ эскеһе килгән...

Ир һатыусыға сәнскән һәм

7 ноябрҙә Белоретта һатыусыға бысаҡ менән ташланған, кассанан аҡса урлаған ир тотолған. Енәйәт ҡылыу эҫе мәлендә асыҡланды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы.
Кис полицияның дежур бүлегенә осраҡлы берәү шылтыратып, бәләгә тарыған һатыусының үҙе эшләгән магазинға хоҡуҡ һаҡсыларын саҡырыу үтенесен еткерә.
Тәртип һаҡсылары күрһәтелгән адрес буйынса килгәс, шул асыҡлана: магазин ябылыр алдынан ғына бында һатып алырға йыш йөрөгән бер әҙәм килеп инә һәм пиво һорай. Һатыусының арты менән әйләнеүе була, ир прилавка артына инеп, бысаҡ менән ҡатындың эсенә сәнсә, шунан һуң кассанан 18 мең һумды урлап алып, сығып ҡаса.
Яраланған ҡатынды тиҙ арала дауаханаға оҙаталар. Һөжүм итеүсе ирҙе, һатыусының һүҙҙәре буйынса танып, ҡулға алалар. Ул бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған 41 йәшлек ошо ҡала кешеһе булып сыға. Һорау алыу мәлендә яман аҙымға барыуын ир ныҡ эскеһе килеүе менән аңлатҡан. Тентеү мәлендә урланған аҡсаның бер өлөшө тартып алынған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото:iz.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: