Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Ноябрь 2020, 21:47

Һигеҙ айлыҡ бәпесен юғалтҡан...

Иҫән улының хәле лә ауыр, уның бөйөрөн алып ташлағандар.

Көҙгө иртәлә биш йәшлек улы менән саф һауа һуларға һәм уны балалар баҡсаһына алып барырға тип сыҡҡан ауырлы ҡатын был көн шулай ҡот осҡос тамамланыр тип уйланымы икән? 31 йәшлек йәш әсә ҡарынында тағы бер сабыйҙы йөрөткән була. Һигеҙ айлыҡ бәпескә донъяға килер өсөн бер ай самаһы ғына ваҡыт ҡала ла бит...
Әммә шул бәхетһеҙ иртәлә уны һәм улын “ГАЗель” машинаһы төкөтә. Улар йәйәүлеләр үткәүеле аша юлды сығып барған була. Бер машина туҡтап уларға юл бирә, тик “ГАЗель” улай итергә уйламай ҙа.
– Пациент ҡатын дауаханаға һынған янбаш менән эләгә. Уның ауырына 32 аҙна була. Уға шунда уҡ операция яһайҙар һәм баланы алалар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡара алмайҙар. Ҡатындың хәле ауыр, әммә тотороҡло. Оҙаҡламай уны травматология бүлегенә күсерәләр, – тип хәбәр итте был турала, үҙ сығанағына һылтанып, “КП-Уфа” баҫмаһы.
Биш йәшлек улы ла ауыр йәрәхәттәр ала, уның эске органдары зыян күрә. Малайға операция яһағандар һәм бөйөрөн алып ташлағандар. Әле ул табиптар күҙәтеүе аҫтында.
“ГАЗель”дең 26 йәшлек водителе белдереүенсә, ул йәйәүлеләрҙе бик һуң күреп ҡала, тормозға баҫып өлгөрмәй.
– Йәйәүлеләр үткәүелен үткәс, машина туҡтағанын күрҙем. Уларҙы күреү менән туҡтарға тырыштым, тик һуң ине. Төкөткәс тә, сығып ҡараным. Баланы күтәрҙем һәм ашығыс ярҙам саҡырыуҙарын һораным, – тигән ир ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә.
Әле был эш буйынса тикшереү бара. Нисек кенә булмаһын, яҡты донъяға килеп тә өлгөрмәгән сабый йәл. Кешеләрҙең ҡабаланыуы, иғтибарһыҙлығы бигерәк ауыр һәм төҙәтеп булмаҫлыҡ фажиғәләргә килтерә шул.
Фото: severdv.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: