Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Ноябрь 2020, 22:44

Бур тотолған

Быға тиклем дә хөкөм ителгән 32 йәшлек ир ғәйебен таный.

Белорет полицейскийҙары баҡсасылыҡ ширҡәтендә урлашыу осраҡтарын асыҡлаған. "Уралочка” баҡсасылыҡ ширҡәтендә 64 йәшлек Белорет кешеһенең ағас шымартыу машинкаһын, электр үткәргесен урлайҙар.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙың эҙенә тиҙ төшә. Быға тиклем дә хөкөм ителгән 32 йәшлек Ломовка ауылы кешеһе ғәйебен таный. Бер ҡыйынлыҡһыҙ баҡса йортона инеп, төҙөлөш ҡоралын урлауын, электр үткәргесен металға тапшырыуын һөйләп бирә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре уның башҡа баҡса йорттарынан телевизор, ҡорамалдар урлауын да иҫбат итә. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, бур һаҡ аҫтына алынған.
Фото: mrrestavrator.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: