Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Ноябрь 2020, 22:39

Әгәр егет булмаһа...

Боҙ аҫтына китеп барған балаға ярҙамға яҡташыбыҙ ғына ташланған.

Свердловск өлкәһенән батыр яҡташыбыҙ тураһында яңылыҡ килде: ошо төбәктә вахта ысулы менән эшләп йөрөгән уҙаман боҙ аҫтына төшөп киткән баланы үлемдән ҡотҡарған.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, хәл Свердловск өлкәһенең төньяғында, Краснотурьинск ҡалаһында булған.
Кемдер ваҡиғаны телефонға төшөргән.
Кадрҙарҙа күренеүенсә, бер ир һаҡ ҡына йоҡаҡ боҙ буйлап шыуышып, батып барған балаға яҡынлаша, уны ҡулынан эләктереп ала һәм һөйрәп сығара. Унан улар икәүләп ярға табан йүнәлә.
Батыр ир-егеттең исеме – Андрей, уның Башҡортостандан булыуы мәғлүм.
Асыҡланыуынса, ул яр буйында йөрөгәндә батып барған баланы күреп ҡалған һәм оҙаҡ уйлап тормайынса ярҙамға ташланған.
Баҡһаң, ошо һыу ятҡылығында балалар хоккей уйнарға йыйыла икән.
Фото: veved.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: