Көйөргәҙе районының Маяк ҡасабаһында була был хәл.
Һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡай алюмин фляга эсендә йәшенергә уйлай һәм... сыға алмай.
Яҡындары нисек кенә тырышмаһын, балаға ярҙам итә алмай. Ҡоттары осҡан атай менән әсәй ҡотҡарыусыларҙы саҡырта.
Баланы ҡурҡытмаҫ өсөн ҡотҡарыусылар тәүҙә инструмент түгел, ә көнбағыш майы ҡулланырға ҡарар итә һәм фляганың эсенә май ҡоялар. Был алым һөҙөмтә килтерә: ҡыҙыҡайҙы тиҙ һәм еңел генә "тотҡондан" сығаралар.
Бына шулай, "уйындан уймаҡ сыға" тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.