Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Ноябрь 2020, 11:16

Ут эсенән ике баланы ҡотҡарған

Ярай оло бәлә янағанын мәлендә күреп ҡалған...

Мәләүез төбәк-ара уҡытыу үҙәгенең кадрҙар буйынса өлкән инспекторы, өлкән лейтенант Анастасия Денисова, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, янғын сыҡҡан йорттан ике үҫмерҙе ҡотҡарған.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенән күренеүенсә, янғын 4 ноябрҙә Мәләүездең Аксаков урамындағы шәхси йортта сыҡҡан, был ваҡытта эстә ике бала булған.
37 йәшлек өлкән лейтенант Анастасия Денисова ҡаршылағы йорттан төтөн сығыуын күрә һәм шул уҡ ваҡытта балаларҙың ҡысҡырышҡанын ишетә. Ул янған йорт янына ашыға һәм төтөн эсенән үҙаллы ҡотола алмаған 14 йәшлек ҡыҙҙы һәм 11 йәшлек малайҙы күрә. Анастасия асыҡ тәҙрәнән уларҙы һөйрәп сығарып өйөнә алып ҡайта. Был арала янғын һүндереүселәр ҙә килеп етеп, тиҙ арала утты һүндереүгә өлгәшә.
"Бындай бәхетһеҙлеккә һәр кем тарырға мөмкин, кешеләр бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Уйлап тормай ярҙамға ташландым, был осраҡта балаларҙың һаулығы, хатта ғүмере минең етеҙлеккә бәйле ине", - ти үҙе лә ике бала әсәһе Анастасия Денисова.
Фото:srgazeta.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: