Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Ноябрь 2020, 22:02

Ике сабыйы ни эшләр?..

26 йәшлек Рушананы ире туҡмап үлтергән тиҙәр.

Ошо көндәрҙә Ғафури районының Ташлы ауылында 26 йәшлек Рушана М.-ды ерләнеләр. “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүе буйынса, йәш һәм сибәр ҡатын бик буталсыҡ һәм аңлайышһыҙ шарттарҙа һәләк булған. Рушананың яҡындары бында уның элекке ирен ғәйепләй. Ир йыш ҡына ҡатынды ныҡ итеп туҡмаған, ә ул ҡурҡышынан өндәшмәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы талаш уның өсөн ысын мәғәнәһендә һуңғыға әйләнгән.
– Был элекке иренең туҡмауы һөҙөмтәһе инде. Ул дауаханаға шунда уҡ барманы, ә аҙаҡ һуң ине, – ти уның туған кешеһе. – Ул Рушанаға балта менән киҙәнә, осло яғы менән маңлайына эләктерә. Уның апаһына бысаҡ менән ташлана. Ҡыҙҙар шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итергә ҡурҡа, ә дауаханаға биш көн үткәс кенә бара. Апаһы иҫән ҡалды һәм һауыға башланы, ә Рушана һәләк булды.
Ошо уҡ ҡатын белдереүенсә, Рушананың һәләк булыуында уның элекке ире ғәйепле икәнлеген дәлилләп булмауы ла бар.
– Рушана уға ғариза яҙманы, ата-әсәһе лә полицияға мөрәжәғәт итмәне. Ә ирҙең туғандары белдереүенсә, ҡыҙҙарға икенсе кеше һөжүм иткән. Имеш, уларҙы башҡа кешеләр һәм икенсе урында туҡмаған, - ти ул.
Рушананы 2 ноябрҙә тыуған ауылында ерләгәндәр. Зыяратта күптәр күҙ йәштәрен тыя алмаған. Бөтәһе лә йәш ҡатынды изге күңелле, ярҙамсыл һәм алсаҡ тип хәтерҙә ҡалдырған. Иң аяныслыһы уның ике бәләкәй сабыйы етем ҡалды. Рушана уларҙы бик яратҡан һәм мөмкинлек булыу менән күңелдәрен күрергә тырышҡан. Әйткәндәй, бәләкәй балалар әсәләренең үлгәнен һаман белмәй. Әле уларҙы ҡатындың туғандары ҡарай һәм опекаға алырға йыйына.
Бик аяныслы, әммә ошоноң кеүек хәлдәр артҡандан-арта бара. Хөрмәтле гүзәл зат, әгәр ғаиләгеҙҙә ошондай мәшхәр бар һәм ирегеҙ туҡмай икән, ҡурҡмағыҙ, йәшермәгеҙ. Нисек булһа ла, ул кешенән ҡасып, тыныс тормош башларға тейешһегеҙ!
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: