Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала йәше лә тулмаған сабыйҙарҙың үлеме тураһындағы яңылыҡтар йышайҙы.
Сираттағы ошондай хәл Көйөргәҙе районының Мәмбәтҡол ауылында булған. Шәхси йортта йәшәгән ата-әсә таң менән бер айлыҡ ҡына сабыйҙарының үле кәүҙәһен таба. “КП-Өфө” баҫмаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, баланың кәүҙәһендә криминал эҙҙәре табылмаған.
Әммә бер ни тиклем шик тыуҙырғаны шул: бәпестең карауаты янында быяла һауытта дарыу табылған. Әле уны экспертиза өсөн алғандар. Урынға килгән тәфтишселәр артабан ни эшләргә икәнен хәл итмәгән. Әле баланың кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ ата-әсәне иғтибарлыраҡ, иплерәк булырға саҡырабыҙ. Яңыраҡ бер сабыйҙың башын карауат араһына тығып һәләк булғаны асыҡланғайны, ҡайһылары осоп төшөп йәрәхәтләнә. Бәләкәйҙәр янында хәүефһеҙ мөхит булдырыу мөһим. Балаларыбыҙ иҫән-имен үҫһен!