Был ҡурҡыныс хәл баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә була. Әсәле-ҡыҙлы өс көн дауамында бәйләнешкә сыҡмағас, уларҙың яҡындары һәм күршеләре шикләнә башлай. Фатирҙарының ишектәрен асмағас, полиция саҡырталар һәм ҡот осҡос табышҡа юлығалар. 44 йәшлек ҡатын һәм уның 70 йәшлек әсәһе үлтерелгән була. Был турала "КП-Уфа" баҫмаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағы хәбәр иткән.
Асыҡланыуынса, өлкән ҡатынға дүрт тапҡыр муйынына бысаҡ менән сәнскәндәр. Уның ҡыҙы ла бысаҡтан һәләк була, бөтә кәүҙәһе буйынса йәрәхәттәр табыла. Әле кәүҙәләрен суд-медицина экспертизаһына тапшырғандар.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ҡатындарҙы йәшенең 46 йәшлек өйҙәше үлтергән. Ул бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм эсергә яратҡан. "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фажиғә урынынан криминалистар ике шприц, рюмкалар, тәмәке төпсөктәре, ҡанлы кейем һәм биш бысаҡ алған.