Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Ноябрь 2020, 14:58

Кем сабыйҙың ғүмерен өҙгән?

Ҡот осҡос хәбәр килде: унда ете айлыҡ сабыйҙың йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар...

Благовар районынан ҡот осҡос хәбәр килде: унда ете айлыҡ сабыйҙың йәнһеҙ кәүҙәһен тапҡандар.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, аяныслы ваҡиға Мирный ауылында булған.
Ете айлыҡ малайҙың үле кәүҙәһен иртәнге биштә тапҡандар, тип хәбәр ителә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары баланың ғүмерен быуыу юлы менән өҙгәндәр, тип билдәләгән. Унан тыш, баланың кәүҙәһендә лә тән йәрәхәттәре табылған.
Әлегә был вәхшилекте кем эшләгәне, шулай уҡ кем баланы тапҡаны һәм полицияға мөрәжәғәт иткәне билдәһеҙ.
Енәйәт эше асылған. Ваҡиға урынынан тикшереү өсөн малайҙың әйберҙәре, карауаты алынған.
Фото: rus.azattyq-ruhy.kz
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: