Бөтә Рәсәй “Пандемия осоронда һәләк булған медицина хеҙмәткәрҙәре исемлеге”н Башҡортостандың йәнә ике табибы исеме тулыландырҙы. Хәҙер исемлектә -13 кеше... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙгә күренмәгән фронт ҡорбандары арта, уларҙың араһында инфекцияға ҡаршы көрәшеүсе табип һәм фельдшерҙар ҙа бар.
Благовещен районы үҙәк дауаханаһының 45 йәшлек анестезиолог-реаниматологы Александр Морозов октябрь башында GOVID-19 вирусының 43-сө ҡорбаны булды. Район дауаханаһында 18 йыл эшләгән табип сирҙең тәүге билдәләрен сентябрь урталарында һиҙә. Тап шул ваҡытта уның бүлексәһенә сирлеләр ағымы көсәйә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ул шәкәр диабеты, склероз, хроник бронхит һәм ашҡаҙан аҫты биҙе липоматозынан яфаланған. Коронавирустың башҡа сирҙәрҙе ҡуҙғытыу сәбәпсеһе булыуы билдәле.
Хәтер исемлегенә Бәләбәй районы үҙәк дауаханаһының 66 йәшлек участка терапевты Зулиә Мөхәмәтшинаның исеме лә индерелгән. Ул коронавирусты йоҡторғандан һуң октябрь башында вафат булды. Бөтә яуаплылыҡты үҙ иңдәренә алырға тура килгән медицина хеҙмәткәрҙәренә профессияларына тоғролоҡтары өсөн рәхмәттән башҡа ни әйтәһең. Уларҙың хеҙмәтен аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн бөтә һаҡланыу сараларын теүәл үтәү кәрәк.