Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Ноябрь 2020, 13:55

Уҡыусы ҡыҙ машина аҫтында ҡалды...

15 йәшлек үҫмер автомобилде сәғәтенә 160 километр тиҙлектә ҡыуған. Уны ҡотҡара алмағандар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында фажиғәләр теркәлеүе дауам итә. 2 ноябрҙә көндөҙ Стәрлетамаҡта йәмәғәт транспорты туҡталышынан йыраҡ түгел бәләкәй ҡыҙ автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡалған. Был хаҡта социаль селтәрҙә хәбәр итәләр.
Ошо хәлгә шаһит кеше ике ирҙең баланы машиналар йөрөгән юлдан ситкәрәк сығарып һалырға тырышыуын видеоға төшөргән. Әммә халыҡ уларға был эште атҡарырға ирек бирмәгән, сөнки ҡыҙҙың ниндәй йәрәхәт алғаны асыҡ түгел. “Әлегә уны ҡуҙғатырға ярамай. Теймәгеҙ! Бәлки, берәй ере һынғандыр. “Ашығыс ярҙам”ды саҡырығыҙ!” – тип ҡысҡыра бер ҡатын, видеонан күренеүенсә.
Республика ЮХХДИ-һынан хәбәр итеүҙәренсә, бәхеткә күрә, ҡыҙ бала иҫән.
Бөгөн иртәнге 06.30 сәғәттә Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының 1290-сы километрында һәләкәт теркәлгән, тип хәбәр итә Башҡортостан ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте. Алдан күҙалланыуынса, Октябрьский ҡалаһынан 15 йәшлек үҫмер иптәше менән “Renault Sandero” машинаһына ултырып итә. Уның автомобилде алып киткәне хаҡында ата-әсәһе белмәй. 12 йәшлек пассажир һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡала буйлап йөрөп әйләнгәс, ике дуҫ федераль трассала үҙҙәрен һынап ҡарамаҡсы булған. Улар автомобилде сәғәтенә 160 километр менән ҡыуған. Һөҙөмтәлә егет машинаға идара итә алмаған һәм юлдағы кәртәгә барып бәрелгән. Был юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә ике дуҫ та дауаханаға килтерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, руль артындағы IX класс уҡыусыһы дауаханала йән биргән.
Үкенескә күрә, юлдарҙа балаларҙың йәрәхәтләнеүе, һәләк булыуы йыш теркәлә. Ата-әсәләр, ул-ҡыҙҙарығыҙға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында йышыраҡ иҫкәртһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә теүәл үтәһәгеҙ ине.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.
Фото: республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте, "Бәйләнештә".
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: