Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Ноябрь 2020, 12:04

Ысынмы был хәл?

Өфө кешеһенең лотереяла бик ҙур сумма аҡса отҡанлығы тураһында яҙҙылар. Ул 50 һумға билет һатып алып

Бәхет аҡсала түгел тиһәләр ҙә, ҡыҙыҡтыра бит әле...

Өфө кешеһенең лотереяла бик ҙур сумма аҡса отҡанлығы тураһында яҙҙылар. Ул 50 һумға билет һатып алып, 132 миллиондан ашыуыраҡ аҡса отҡан.

"Столото" матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, өфөлө "Гослото" 49-ҙан 7" суперпризында еңеү яулаған. 50 һумлыҡ билет ике тиражға сайтта онлайн һатып алынған. Отош тураһында 18 октябрь билдәле булды. Еңеүсене призын алыу өсөн Мәскәүҙә көтәләр.
Был йәһәттән ай кемдәргәлер бик уңышлы булған, яңыраҡ бер ҡатындың миллион һум отҡанлығы тураһында хәбәр иткәйне яңылыҡтар.

Фото:sreda24.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: