Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Ноябрь 2020, 12:07

Ҡайнар һыуға бешкән

Йәш ярымлыҡ ҡына баланың тәне бешеп

Федоровкала йәш ярымлыҡ ҡына баланың тәне бешеп, ашығыс рәүештә Өфө дауаханаһына алып килгәндәр. Аяныслы ваҡиға 27 октябрҙә була. Был хаҡта “КП-Өфө” хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, киске сәғәт 9-ҙарҙа балаҡай ҡайнар һыу менән кәстрүлде өҫтөнә ауҙарған. Бәхеткә күрә, ул иҫән ҡалған, әммә тәне һәм аяҡ-ҡулдары бешкән. Дауаханаға килтергәндә еңелсә шок хәлендә була.
Баланың тиҙерәк йүнәлеп сығыуын теләйбеҙ. Сабыйҙарыбыҙ хәүефһеҙлеге өсөн тулыһынса өлкәндәр яуаплы икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә, бигерәк тә ошондай тиктормаҫ саҡтарында. Уларҙан бер секундҡа ла күҙ яҙлыҡтырмау хәйерле. Балалар имен-һау үҫһен.
Фото pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: