Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Октябрь 2020, 19:02

Ҡыҙ бала ҡайҙа?..

Хәбәрһеҙ юғалған 13 йәшлек Камилла Алпарованы эҙләйҙәр.

Өфөлә полиция хәбәрһеҙ юғалған 13 йәшлек Камилла Алпарованы эҙләй. Ҡыҙ 28 октябрҙә Шота Руставели урамындағы өйөнән сыҡҡан да ғәйеп булған.
Үҫмер 15-17 йәшлек күренә, буйы 173 сантиметр, уртаса кәүҙәле, бите түңәрәк, күҙҙәре йәшкелт, сәсе ҡара төҫтә. Айырым билдәләре: уң аяғында янған эҙ бар, әҙерәк сатанлай, тештәре һарғылт, еңелсә һаҡау.

Өйөнән сыҡҡанда төрткөлө көрән-ҡыҙғылт төҫтәге толстовка, күк кепка, күк салбар кейгән, аяғында - ҡара кроссовка.


Үҫмер тураһында ниндәй ҙә мәғлүмәт белеүсе булһа, полицияға мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

Фото: bashinform.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: