Хәйбулла хәбәрҙәре
+1 °С
Ясна
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Октябрь 2020, 19:07
Кемделер ҡотҡарырға ашыҡҡанда...
"Ашығыс ярҙам" машинаһы еңел автомобиль менән бәрелешкән.
Кемдеңдер саҡыртыуына ашығып, ярҙам итергә, бәлки, ғүмерен ҡотҡарырға китеп барғандарҙыр, ә хәҙер үҙҙәренә медицина ярҙамы кәрәк... Өфөлә "Ашығыс ярҙам" машинаһы Audi Q7 еңел автомобиле менән бәрелешкән.
Тиҙ ярҙам бригадаһы тейәлгән микроавтобус таңғы сәғәт 6-ларҙа Маршал Жуков һәм Новоженов урамдары киҫешкән урында аварияға тарыған - Audi Q7 менән бәрелешкән. Был турала Башҡортостан буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
"Ашығыс ярҙам" машинаһының сигнал уттары ҡабыҙылған көйө Жуков урамы буйлап китеп барыуы, ә кроссоверҙың Новоженов урамынан елдереүе, бәрелешеүҙән медицина ярҙамы машинаһының ҡабырғаһына әйләнеүе билдәле.
Һөҙөмтәлә юл-транспорт ваҡиғаһында медицина хеҙмәткәрҙәре - 24 йәшлек егет еңелсә йәрәхәтләнгән, 59 йәшлек ҡатындың башы ныҡ бәрелеп, уны дауаханаға оҙатырға тура килгән, тип аңлатма биргәндәр ведомствонан.
Фото:ufa.bezformata.com
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kemdeler-ot-arir-a-ashi-anda-522817/
Читайте нас:
Новости партнёров
Ҡатыны яман шештән үлгәс...
Джефф Монсон Ислам динен кабул иткән!
О чём мечтает капитан