Кисә көндөҙ Федоровка районының Яңы Софиевка ауылында янғын сыға. Ике хужаға иҫәпләнгән йортто ут ялмап ала.
Янғын тураһында хәбәр алыу менән урынға янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар, табиптар, Михайловка ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы килеп етә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, беренсе подразделение килеп еткән саҡта уҡ ут кирбес өйҙө тулыһынса ялмап алып, ихаталағы ҡаралтыларға күсә башлаған була. Тиҙ арала 80 квадрат метрҙа янғынды туҡтатыуға өлгәшәләр, бер сәғәттән тулыһынса һүндерәләр.
Әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡиға ҡорбандарһыҙ үтмәй. Иң тәүҙә 1979 йылғы ҡатындың үле кәүҙәһе табыла. Уның бәләкәй балалары барлығын белгәс, уларҙы эҙләй башлайҙар. Тәүҙә 2015 йылғы малайҙың кәүҙәһен табалар. Икенсе баланы кискә тиклем эҙләйҙәр. Бәлки, сығып ҡасып ҡотолғандыр тигән өмөт һүнмәй. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөғжизә булмай: кис өс йәшлек икенсе баланың да янып бөтә яҙған кәүҙәһенә юлығалар...
Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, белгестәр янғындың нимәнән сыҡҡанын асыҡлай.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.