Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Октябрь 2020, 22:27

15 сентябрҙән бирле юҡ...

"Ауылдашыбыҙ, дуҫыбыҙ, яратҡан диджейыбыҙ юғалды".

Башҡортостандың Туймазы районы Ҡарамалы-Ғөбәй ауылынан 29 йәшлек Илнар Әхмәтвәлиевте эҙләйҙәр.
Ул 15 сентябрҙән алып юҡ, ошо көнгә тиклем остоҡ та хәбәр ишетелмәгән. Был турала "Лиза Алерт" эҙәрмәндәре хәбәр итә.

"Ауылдашыбыҙ, дуҫыбыҙ, яратҡан диджейыбыҙ Илнар Әхмәтвәлиев 15 сентябрҙә өйөнән сығып киткән. Бәйләнешкә инмәй. Уның тураһында ниндәй булһа ла мәғлүмәт белгәндәргә үтенесебеҙ: 89371662000 һандарына шылтыратһағыҙ ине" тип яҙа яҡындары, дуҫтары.

Билдәләре: буйы - 170 см, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе асыҡ һоро, күҙҙәре йәшкелт-һоро төҫтә. Өҫтөнә ҡара куртка, ҡара шапка, ҡара кроссовка кейгән.

Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: