Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Октябрь 2020, 22:34

"Улына был турала әйтмәҫбеҙ..."

27 йәшлек әсәнең эҙһеҙ юғалғаны тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн билдәле булыуынса...

Ошо көндәрҙә баш ҡалала йәш әсәнең эҙһеҙ юғалғаны тураһында хәбәр иткәйнек.
Мәғлүм булыуынса, 27 йәшлек Евгения Матвеева 22 октябрҙә юҡ булған. Яҡындары әйтеүенсә, ул кейем-һалым һатып алырға сыҡҡан, унан шылтыратып, аэропортҡа танышын ҡаршы алырға барасағын әйткән. Артабан ҡатындан бер хәбәр ҙә килмәгән, телефонын алмаған.
Евгенияның ете йәшлек улы бар. Әсәһе юғалған көндәрҙә ул атаһы менән – ҡатындың элекке ире янында булған.
Бөгөн иһә түбәндәгеләр асыҡланды. “Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, Евгения әсәһенә шылтыратҡан. Бында яҡындары уны эҙләп бөтәһен дә аяҡҡа баҫтырғанда... йәш әсә таныштары менән шашлыҡ ашарға киткән. Йәнәһе, телефонын машинала онотҡан. Иртәгә ҡайтам, тип белдергән.
Әсә ҡыҙы менән барыһы ла яҡшы тип өмөтләнә. Ә Евгенияның улына был хәл тураһында бөтөнләй әйтмәҫкә ҡарар иткәндәр.
Фото: “Комсомольская правда”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: