Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Октябрь 2020, 21:57

Йөк машинаһына бәрелгән...

68 йәшлек пассажир медицина учреждениеһында вафат булған...

Мәсетле районында Кропачев-Мәсәғүт-Ачит автомобиль юлының 132 километрында үлемесле ваҡиға теркәлде. ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Daewoo Matiz автомобиленә идара иткән 66 йәшлек ҡатын юл киҫелешендә йөк машинаһына юл бирмәгән.
Ҡаты бәрелешеү һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнгән автомобиль водителен дауаханаға илткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәрәхәтләнгән 68 йәшлек пассажир ҡатын кискеһен медицина учреждениеһында вафат булған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре фажиғәгә килтергән бөтә сәбәптәрҙе асыҡлай.
Миҙгелдәр алмашыныу осоронда юл йөрөү ҡатмарлаша. Водителдәрҙең юл-транспорт ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе, уяу булыуы мөһим. Иҫән-һау йөрөгөҙ, оло юл бәләкәй генә хаталарҙы ла ғәфү итмәүен онотмағыҙ.
Фото:ЮХХДИ
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: